Еңелсә быу ҡалҡа сей кәбәндән
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Еңелсә быу ҡалҡа сей кәбәндән,
Ахыры, бик дымлы ҡойолған,
Арыған бер оло ҡош шикелле,
Нәҡ башында болот ойоған.
Ойомаған, кәбән башына ул
Күкәй һалырға тип эйелгән,
Ҡояш-күкәй һарыһын эсмәк булып
Ултыра бер көрән төйлөгән.
Һәм тәгәрәп барып ҡояш төштө,
Ә төйлөгән күккә атылды.
— Эләктеме, бәпкә ҡарағы! – тип,
Мин дә борҙом кире атымды.