Мин барыбер һиңә – ярҙарыма ҡайтам

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин барыбер һиңә –
ярҙарыма ҡайтам,
Күпме генә ташып аҡһам да.
Хатта теләмәһәң дә мин ҡайтам,
Үҙгәрмәҫтәй булып ятһаң да.
Ҡайтам, ҡайтам,
теләмәгәндә лә,
Үҙем үҙгәртәм мин ярымды.