Һин бит үҙең обком миңә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һин бит үҙең обком миңә,
Һин бит үҙең үҙәк комитет.
Башҡа иман миңә инмәгән дә,
Булмаған да, булмаҫ, нет!..
Ҡөрьән уҡып мин бит үҫмәгәнмен,
Әфтиәк тә миңә – әкиәт.
Әкиәттәр улы булһам да мин –
Барлығымда йөрөй бер ниәт.
Ул ниәтем – кеше, халҡым минең,
Үҙем һымаҡ ябай, хәйләһеҙ.
Бәлки, шунда бөтә фажиғәлер,
(Аңлағыҙ ҙа – алға – әйҙә һеҙ).