Ай нурымы йыуа тулҡындарҙы
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ай нурымы йыуа тулҡындарҙы,
Тулҡындармы әллә ай нурын?
Мин ҡабыҙҙым әллә ялҡындарҙы,
Әллә һинме – төнгө үҙ йырым?
Мин ҡыҫаммы әллә ҡулдарыңды,
Ҡыҫыламы әллә үҙҙәре? –
Ниңә ҡапыл барыһы юҡҡа сыҡты,
Ҡапыл төҫөң китте үҙгәреп?
Иламһырап дерелдәгән кеүек нурҙар,
Дерелдәне хәлһеҙ иренең.
Үпкәләттем әллә үпмәйенсә,
Ниңә былай ҡапыл иренең?