Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ,
Үрттәр һалып китербеҙ.
Ир-егеттәр ил йөгөн
Иңгә һалып илтербеҙ.
Ир иңендә ил ятыр,
Ил ятмаһа, бил ҡатыр.
Биле ҡатҡан ир-егеттән
Гүргә илтер сир матур.
Бил биртенмәҫ көрәштәрҙә,
Алыштарҙа нығыныр.
Алыштарҙа алыҫ торған
Бер һелтәүҙән йығылыр...