ШАҒИР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Туҡай ҡәбере эргәһендә уйланыу)

Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы,
Туйындырҙы илһам баҡсаһы.
Тик бурысын түләргә лә уның
Етмәне шул тапҡан аҡсаһы!..

Ләкин шағир башын эйәме һуң?
Яҙҙы, һыҙҙы, көн-төн эшләне.
Күҙ алдары уның томаланһа,
Тик иренен генә тешләне.

Ҡанһыҙ ине көйгән ирендәре,
Хәлһеҙ ине кипкән ҡулдары.
Хәйләһеҙ бер сабый һымаҡ уны
Йыуатты тик яҙған юлдары...

Ул һиҙмәй ҙә ҡалды – йөрәк ҡанын
Алтын итеп һыҡҡан эттәрҙе,
Өҙгәләне улар ҙур йөрәген уның
Һәм ҡәбергә илтеп этәрҙе...

Ҡулы бығауланған әсә кеүек,
Халҡы ғына ҡалды тилмереп.
Халҡы ғына йырын алып сыҡты,
Донъя ситлектәрен емереп.

Ләкин белмәй шағир: кем һуң уның
Сәскәләргә биҙәй ҡәберен.
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..