Берәү йөрөй ил булһын тип

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Берәү йөрөй ил булһын тип,
Берәү йөрөй һил булһын тип,
Берәү йөрөй тиңлек тип,
Берәү йөрөй тинлек тип.

Бөркөттәргә – көн яҡшы,
Ябалаҡҡа – төн яҡшы.

Үлемде лә йыҡҡан әйтер,
Батыр әйтер, намыҫ, тип.
Ҡуй ҡойроғонан ҡурҡҡан әйтер,
Мин намыҫтан алыҫ, тип.

Булыр-булмаҫ йорт булһа,
Бөкрө билле ул тыуыр.
Бәрәкәтле булыр йортҡа
Батыр затлы ул тыуыр...