Тормош – үҙе тотош бер йыйылыш
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Тормош – үҙе тотош бер йыйылыш,
Кемдер яҡлар, кемдер ялғанлар.
Әммә хаҡлыҡ һинең яҡта икән,
Ялмай алмаҫ һине ялалар.
Ялағайҙар мәңге ялған яҡлы,
Ә ялғандың ялҡын – телдәре.
Ялҡын теле ҡайһы яҡҡа ятмаҫ,
Ҡайһы яҡтан иҫмәҫ елдәре!..
Ныҡ тор, егет, хаҡлыҡ хаҡына һин,
Тура ҡарап әйт һин ир һүҙен.
Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар,
Мең ялғанға торор бер үҙе!