АМАНАТ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Ҡобайыр)

Һаҡлай белһә халыҡ уҙ телеп,
Һис иркенән яҙмаҫ илендә:
Ул күктәге бөркөт шикелле –
Кем тота ала уны күгендә!..
Хосе Рисаль

Башҡорттоң аҫыл ире, ҡобайырсыһы,
яҙыусыһы һәм бөйөк телсеһе
Жәлил ағай Кейекбаев ҡәберенә –
бер ус тупрағым

Телең барҙа – илең бар,
Илең барҙа – иркең бар,
Иркең барҙа – күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Утың, һыуың – дүртең бар.

Шул дүртәүҙән башҡа заттан
Кешегә һуң ни кәрәк?
Шул дүртәүҙең дүртеһендә
Ул таянған дүрт терәк:
Дүрт күҙ менән бағып торған
Байлығы ла дүртәүҙә;
Дүрт яғын да ҡибла иткән
Барлығы ла дүртәүҙә;
Дүрт терәктең дүртеһен дә
Тыуып үҫкән ил бәйләй;
Ил яҙмышын ир муйынына
Ҡылды ярыр тел бәйләй,
Ҡырҡҡа ярыр тел бәйләй!..

Бәпләп-әрләп тел менән
Кеше иткән инәбеҙ,
Эшле иткән инәбеҙ;
Һөйләп – көйләп тел менән
Хисле иткән инәбеҙ,
Көслө иткән инәбеҙ;
Күҙебеҙҙе тел менән
Нурлы иткән инәбеҙ,
Үҙебеҙҙе тел менән
Йырлы иткән инәбеҙ!..

Терелткән дә тел шуға,
Үлтерткән дә тел шуға;
Тел әйткән һүҙ ел түгел,
Ҡәҙер-хөрмәт бел уға.
Ҡәҙер-хөрмәт бел уға!..
Тел асҡысы – ил асҡысы.
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ,
Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,
Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ,
Ятып ҡалыр таш һымаҡ...

Һай, таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә,
Бер түңгәк һин илеңә!

Тел төпкәйе – тал төпкәйе,
Тал төпкәйе – тамыр ул,
Тамырынан балта тумырҙыңмы,
Талың ҡороп ҡалыр ул;
Тарбағынан ҡан-йәш һарҡып,
Тып-тып итеп тамыр ул;
Туп-туп итеп ҡош ҡундырмай,
Түңгәк булып ҡалыр ул,
Түңгәк булып ҡалыр ул!..

Түңгәгендә ни үҫер?
Ни иркәләп ел иҫер? –
Оян үлән, күл үҫер,
Ҡорт ҡуҙғытып, ел иҫер;
Күлең саҡ-саҡ сайҡалыр,
Саң туҙғытып, сай ҡалыр,
Тал төбөндә ни үҫер?
Ни иркәләп ел иҫер? –
Иҫ китерҙәй гөл үҫер,
Гөл иркәләп, ел иҫер;
Гөлдәр нурын таратыр;
Елдәр йырын таратыр,
Телдәр менән тел булып,
Тиңдәр менән тиң булып,
Хөр күңеле киң булып,
Һандуғастай һайрашып,
Ғөрөф-ғәҙәт алмашып,

Халҡың ырыҫ ҡаратыр,
Үҙенә дуҫ ҡаратыр,
Үҙенә дуҫ ҡаратыр!
Әсә теле барында,
Сәсән теле барында,
Кәм-хур булмаҫ табында,
Йөҙ ҡыҙартмаҫ табында;
Дуҫ-ишенең ҡоронда,
Ғәҙәтенсә борондан,
Йырлар моңло йырын да,
Түрҙә булыр урын да...
Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Утың, һыуың – дүртең бар!..

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Һүҙем әйтеп бөтәйем:
Ни һуң икән киләсәк?
Кемдәр унда киләсәк?

Яуап биреп үтәйем:
Төрлө гөлдәр үҫәсәк,
Татлы хуш еҫ һибәсәк,
Һутлы емеш бирәсәк,
Һәр гөлгә ер етәсәк,
Бер баҡса ул – Киләсәк,
Хөр баҡса ул – Киләсәк!

Шуның өсөн һуғыштыҡ,
Бергәләп ҡан ҡойоштоҡ,
Шул ҡан менән дан алып,
Бер ҡор булып ойоштоҡ;
Яулап алған тел менән,
Һаҡлап ҡалған тел менән
Һәр кем шунда киләсәк,
Сабый булып көләсәк, –
Шул баҡса ул – Киләсәк,
Мул баҡса ул – Киләсәк!
Бар халыҡтың ҡоро ул,
Көйлө, татыу йыры ул!

Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ –
Аманатым шул һиңә,
Аманатым шул һиңә.
Аманатҡа хыянатһыҙ,
Аҡыҡтан аҡ юл һиңә,
Аҡыҡтан аҡ юл һиңә!..