Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа.
Таң көҙгөһө, тиҙәр, Сулпанды.
Һылыу һөйөклөһөн уятҡандай,
Уяталыр наҙлап ул таңды.
Юҡһа, зәңгәр күктәр алһыуланып,
Матур булмаҫ ине шул саҡлы.
Был сафлыҡ тик сабый күҙендәлер,
Тәүге һөйөүҙәлер был сафлыҡ...
Миңә рәхәт тә һәм моңһоу ҙа –
Бер серле йыр мине иҫертә.
Күрмәһәм дә уның йырлаусыһын,
Ул уйымдан сыҡмай кис-иртән.
Бәлки, шулдыр минең Таңсулпаным?
Йырын йырлап, тыуа өмөтөм.
Күкрәгемдә кескәй ҡояш яна –
Ул яҡтырта, ахыры, ер өҫтөн?!