Ҡорбанына ташланырға торған
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡорбанына ташланырға торған
Ярһыу юлбарыҫ та мин үҙем,
Сәскә тотоп, балауыҙҙар һыҡҡан
Унан бик алыҫ та мин үҙем.
Бер матурҙы күреп, ут арбанан
Һикереп төшөр ҙә мин бер һантый,
Ергә ятып, ҡояш нурҙарында
Туңып өшөр ҙә мин бер һантый.
Сәскә араһында сәскә тапмай
Илгиҙәр бер дәрүиш тә мин,
Әремдәрҙән хуш еҫ татып,
Сүлгиҙәр бер пәйғәмбәр ҙә мин.
Йылан күҙҙәренә ҡарап йылан арбар
Һын ҡатырғыс сихырсы ла мин.
Балаларҙың күҙҙәренә бағып илар
(Ытырғаныс) бер йырсы ла мин.