Иҫтә әле: көндө төнгә ялғап
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Иҫтә әле: көндө төнгә ялғап,
Таң шәфәғен эскән мәлдәрем.
Арымасы, биртенмәҫе, тиеп,
Сәстән һыйпап үткән елдәрем.
Тауҙы тауға һөйәп ҡуйыр ғәйрәт –
Килә бары халҡың хаҡына.
Халҡым, тиһәң, турғай йөрәгең дә
Тау бөркөтө булып талпына.
Көс-ғәйрәт тик кәрәгендә күркәм:
Көс кәрәкмәй икән, көс бөтә.
Кәрәк икән көсөң, халҡың өсөн
Көс-ғәйрәт тә ҡайта өсләтә!..
Күпме көстө бушҡа түгәбеҙ ҙә,
Баҫылдырып тәнде, кис етә...