Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ,
Яҙғаным юҡ һис тә шиғырҙар.
Күк үләндәр кирелеп кереш тартһа,
Аҡыҡ ҡар тик йырын шыбырҙар...
Мин бары тик тәржемәсе генә,
Тәбиғәттең телен белеүсе,
Ул ни һөйләй, ул ни көйләй, шуны
Әҙәм балаһына түгеүсе.
Ерҙән шытып сыҡҡан үлән шауын
Һәм кирелеп кереш тартыуын –
Ғүмерҙәре бөткән япраҡтарға
Асырғанып уҡтар атыуын,
Ҡышын ҡарҙа әҙәм балаһының
Йондоҙҙарға баҫып йөрөүен,
Ярты төндә яңғыҙ бер ҡатындың
Шул йондоҙҙо алып өрөүен,
Күҙ йәштәре уның ҡарға төшөп,
Муйынсалар булып туңыуын,
Йым-йым килгән йондоҙҙарҙың
Сал сәсенә уның ҡуныуын
Мин бит бары тик тәржемә итәм,
Аңлайышлы әҙәм теленә...