ЯУАПЛЫЛЫҠ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ниңә яҡын миңә был кешеләр?..
Ниңә һуң мин улар хаҡында
Төнө буйы уйлап, хыялланып,
Үҙем тоҡандырған ялҡында
Үҙем янып сығам?..
Ә улар бит

Тағы торор, тағы йоҡларҙар...
Тағы эшкә китер, ҡайтыр, эсер.
Һәм ҡәнәғәт булыр юҡ-барҙан...
Ниндәй уртаҡлыҡ бар улар өсөн
Минең менән бергә янырға?
Тик, ниңәлер, мин яуаплы һымаҡ
Улар өсөн...

Яҙғы ямғырға
Саң-туҙанын йыуған сәскә төҫлө
Булһын өсөн кеше күңеле,
Ауыр болот йыя был уйҙарым,
Юҡ уларҙың шуға еңеле...

Бәлки, өҫкә шулай кешенең тик
Ҡый-кәбәге генә ҡалҡалыр?
Ә алтындай таҙа, тос орлоғо
Бер көс көтөп аҫта яталыр?
Әгәр күҙең күреп, күңел күҙең
Күрмәй үтһә ошо байлыҡты,
Ниндәй кеше һуң һин?
Кемгә кәрәк? –
Күңелендә ҡояш-ай юҡтыр?..

Йылмай!
Көл, ҡояш-ай!
Күкрә, күгем!
Янып сыҡһын һүҙем – йәшенем,
Һәм яҡтыртһын
бөтә яҡшылығын,
бөтә кешелеген
Кешенең!