КҮГӘРСЕНДӘР
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ауылымдың тауын менгәс тә үк,
Ҡаршы сығып ала мәктәбем.
Бәләкәйгән мәктәп... Тик һаман да
Баҡсаһында үҫә мәктәре.
Шаулай беҙ ултыртҡан тал-тирәктәр...
Ҡалай бейек үҫеп киткәндәр!
Япраҡтары ялтлай баллы һымаҡ –
Күҙ алдыма килә үткәндәр...
Гөлдөргөү! Гөлдөргөү! Күгәрсендәр
Тәҙрә баштарында гөрләйҙәр.
Ғүмер итеп, бала сығаралар,
Галстукһыҙ мине белмәйҙәр.
Әйтерһең, мин ят бер кеше хәҙер,
Әйтерһең, мин ошо мәктәпкә
Һәр көн иртән йүгереп килмәгәнмен!..
Әйтерһең дә, минең йөрәккә
Сбор костерҙары һалған уттар
Күптән инде, күптән һүрелгән...
Ә бит бында бөтә киләсәгем
Тал тамыры кеүек үрелгән.
Күгәрсендәр. Таныш күгәрсендәр
Юлдаштары бала сағымдың.
Бала сағым һүҙҙең гөрләүҙәрҙә,
Ни тиклем мин һеҙҙе һағындым!