Ямғыр ебе арҡау ебе кеүек
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ямғыр ебе арҡау ебе кеүек,
Ялт-йолт килә йәшен һоҫаһы,
Тыйылғыһыҙ шатлыҡ тауышынан
Бар донъяны килә ҡыҫаһым.
Киндер һуға шулай ергә күгем,
Кейенергә йәшел кейемдән.
Әйтерһең дә, әсәм киндер һуға
Бала сағым ҡалған өйөмдә!..
Яңы күлдәк кейеп, ялан аяҡ
Мин йүгерәм, гүйә, күлдәрҙән.
Ә күлдәрҙән баға Яҙһылыуҙың
Зәңгәр күҙе төпһөҙ күктәрҙән...