Таң алдынан беҙҙе аталар
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Дауыт Юлтыйҙың һуңғы хаты
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам.
Йәшәһен тик тыуыр тандар,
Йәшәһен тик саф иман!
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам!
Мең-мең хаттар яҙһаң да һин,
Яуап яҙмам хатыңа...
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам!..
Балаларҙы һаҡла, уҡыһындар,
Һүҙем ҡайтыр, үҙем ҡайталмам.
Соранҡайым сыҡҡан ерҙә
Тыуыр шағир аунап илаһын...