Тыуғанмын. Уҡығанмын. Яҙам

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тыуғанмын. Уҡығанмын. Яҙам.
Сөнки ата-бабам булған наҙан.
Уларға тик мәзин манаранан
әйткән аҙан.
Ышанғандар уға, инанғандар,
Йыуанғандар ауыр саҡтарҙа.
Ә былай ҙа бит атам ғүмер буйы
Сәскән орлоҡ, урған, һуҡҡан,
Һабантуйҙа сапҡан саптарҙа!
Ә мин яҙам. Хаҡмы йә нахаҡмы –
Хөкөм сығарырҙай хакимым –
Бары тик һеҙ...
Тик һеҙ – миңә тиңһеҙ...
хаҡ көнөм!