Серәкәйҙәр сумды ҡаныңа

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Серәкәйҙәр сумды ҡаныңа,
Серәкәйҙән һине көнләнем.
Һин ышандың кескәй даныма,
Тәрәнгәрәк баға белмәнең...

Мин бары тик кеше инем бит,
Һәм хөрмәтләй инем үҙеңде.
Һөйә алмам, ахыры, һине бик,
Һинән бигерәк ҡорос күҙеңде...