Хәтерләмә ул йондоҙло төндә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Не искушай меня без нужды
Возвратом нежности твоей...
Е. Баратынский

Хәтерләмә ул йондоҙло төндә,
Ул йондоҙло төн ҡайтмаҫ һис ҡасан.
Нисә йылдар үткәс, ул төндөң бер,
Бөгөн килеп, серен мин асам.

Ул төндә мин сикһеҙ ғашиҡ инем,
Ғашиҡ инем айға, йондоҙға,
Тәүге ҡабат наҙлы ҡулы менән
Ҡалъя һоғондорған бер ҡыҙға.

Тик кемдеңдер һаҡһыҙ ҡулы менән
Барлыҡ йондоҙҙарҙы һүндерҙе.
Йәш аҡылым менән артыҡ күрҙем
Ҡауышыуҙан бигерәк мин гүрҙе...