Минең донъям, минең ғазаптарым
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Минең донъям, минең ғазаптарым,
Шикләнеүем, өмөт һәм аһтарым –
Бөтәһе лә улар ят һиңә!..
Ят һиңә мин – яҡын бер ир генә,
Ғәҙәти бер шағир ғына...
Ә фиҙаҡәр йән һәм ҡаһарман,
Бер туҡтауһыҙ эҙләнеүсән ҡорбан
Икәнлегем – улар ят һиңә.
Күрәһең дә, тауҙың бер ташын,
Тауҙы күрмәй, шул, тип, юлдашым,
Һин алдайһың ғына үҙеңде...
Бирһен генә Хоҙай түҙемде!..
Миңә килгән дуҫтар – тик шешәләш,
Тик эскесе генә һиңә.
Ә мин табынам уларға,
Дошманыма хатта табынам.