Башҡа донъянан килһәм дә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Башҡа донъянан килһәм дә,
Йәшәйем был донъяла!..
Ниңә килеп ҡайҙа барғанымды
Әйтергә лә хатта оялам...
Илһеҙ дәрүиш инде – ят бер кеше
Был донъяға килдем ваҡытһыҙ.
Ярай әле бар, йондоҙҙар бар,
Ә ҡалғаны – моңһоҙ йә ҡотһоҙ.
Үләндәргә бары башым эйәм,
Шишмәләрҙе йәлләп йәш ҡоям.
Болоттарға бары ҡулым болғап,
Балаларға бары...