КАРУАНҺАРАЙ
Мин ҡарайым таузарға,
Тауҙар за ҡарай миңә.
Оҙаҡ-оҙаҡ ҡарашабыҙ, –
Ялҡытмай икән ниңә?
Ли Бо
Хайран-вайран ҡалып һиңә, һиңә ҡарай,
Һиңә ҡарай ике күҙем, Каруанһарай,
Әйтерһең дә, һәр тәҙрәңдән миңә тарих ҡарай,
Тарих ҡарай, тағы ҡорбан һорай.
Каруан-каруан уйҙар килә башҡа
Баҡҡан саҡта һинең аҫыл ташҡа...
Әйтерһең дә, һиңә Ленин ҡарай,
Ленин ҡарай һиңә, Каруанһарай.
Күпме генә ҡараһаң да ярай
Күҙҙәреңә һинең, Каруанһарай.
Күҙ йәшемде йәшермәйем, аҡһын, ярай,
Йәшермәйем һис тә һинән, Каруанһарай...
Һәр тәҙрәңдән, әйтерһең дә, Каруанһарай,
Бабич ҡарай, Баһау ҡарай, Шәһит ҡарай.
Каруан-каруан йылдар ҡарай, моңдар ҡарай,
Күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп һағыш ҡарай.
Күтәреп тә һине алып ҡайтыр инем –
Таш нигеҙҙә ултыраһың, Каруанһарай.
Һәр ташыңа башҡорт ҡаны, башҡорт даны,
Күҙ йәштәре, маңлай тире һеңгән һарай.
Күпме генә ҡараһаң да, күҙең талмаҫ,
Ҡарап туймаҫ ялҡын ҡарай алтын һарай,
ялҡын һарай,
Әйтерһең дә,
Мәңгелектән мәңгелеккә
Бөйөк ҡуллы, бөйөк уйлы халҡым ҡарай...
Каруан-каруан
Йылдар ҡарай,
Йырҙар ҡарай,
Моңдар ҡарай,
Ер ҡарай,
Ир ҡарай,
Ил ҡарай...
Һорай, юрай, ялбара...
Әйтерһең дә, һаман яу бара,
дау бара...
Мин ҡарайым,
Ул да ҡарай,
Каруан-каруан һорау биреп, күҙгә текләп...