ЗАМАН ҺӘМ МИН

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

«Мин», тиеп һин бик күп шиғыр яҙҙың,
Ҡайҙа замандашың? – тиерҙәр.
Ысынлап та, ҡайҙа замандашым,
Таш түгелме «мин»ең бөйөрҙә?
Ә һуң үҙем ошо замандаштың
Замандашы әллә түгелме?
Улай булһа, ниңә йырҙар таша,
Ҡулдарым һуң ниңә һөйәлле?
Көнөн эшләп, төнөн йыр яҙғанда
Тик үҙемде һөйәмме?
Аҙ ҡысҡырып, күберәк эш эшләһәм,
Түгелме мин улы осорҙоң?
Мин, заманым, тиеп ҡысҡырманым,
Йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы...