Бирсе түҙем, Хоҙай, үҙең
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бирсе түҙем, Хоҙай, үҙең
Кеше йәнле кешегә:
Кешеләрҙән алданып ул,
Күңеле күпме өшөгән!..
Бирҙе инде күпме дуҫтан,
Дуҫынан күп дошманы.
Йән дуҫым, тип йөрөнө ул
Күпме донъя ҡуштанын!..
Ауыр һөйәк, сабыр йөрәк
Биргәнһең, ярай, үҙең.
Ауыҙы тулы ҡан булһа ла,
Төкөрмәй ҡала түҙеп...