Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң:
Һиҙеп торам ул ни әйтерен.
Ярғанаттай булып осоп үтәм
Был донъяның теймәҫ әйберен.
Үҙ күҙҙәрем минең үҙемә шаһ:
Күрәм бары иркем сиктәрен.
Ҡарамай ҙа күрәм дуҫ күңелен –
Ете яттай күрәм ситтәрен.
Үҙ телемә үҙем оло тәңре:
Ни теләһәм, шуны әйтә алам.
Ҡыйыш ултырһам да, тура һүҙҙе
Атайыңдан ишет һин, балам.