ХӘСӘН ТУФАНҒА
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
«Аманат» китабын ебәргәндә
Хәсән ағай Туфанға –
Шағирҙарҙың шаһына,
Йыш ҡайтһын тип Уфаға,
Башҡорт моңо-аһына;
Ныҡ тотһон тип ҡулында
Шиғриәттең әләмен,
Етмешенсе йылында
Был яңы йыл сәләмен
Күндерәмен үҙенә!..
Күҙлек кейеп күҙенә,
Хатҡа ҡаршы яҙһын хaт,
Шул хaт булыр Аманат!..