ШАУЛАЙ ДИҢГЕҘ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Шаулай диңгеҙ...
Мәңгелектәй сикһеҙ.
Мәңге шулай йәйрәп ята ул,
Күҙ күреме етер яры ла юҡ,
Офоҡтарға барып бата ул.
Шаулай диңгеҙ...
Диңгеҙ икһеҙ-сикһеҙ!
Ғүмеремдә тәү ҡат күрәмен,
Мә, ҡос минең ҡара янған тәнде,
Һынап ҡара егет йөрәген!
Боҙҙай һалҡын,
Тоҙҙай әсе тулҡын
Күкрәгемә килеп һуғылды,
Бер ажғырып,
Борҙо үрә ҡарғып, –
Ғәйрәтенән йөрәк һығылды...
Тик ҡойолдо,
Әйткән һымаҡ булды:
— Тәүәккәл бул, егет, һин беҙҙә!
Диңгеҙ кеүек тәрән,
Диңгеҙҙәй киң
Йыр йырлағым килде диңгеҙҙә.
Шундай мауыҡтырғыс
Шауы уның!
Бер аҙ ҡурҡыныс та иң тәүҙә.
Тик шатлыҡлы – еңеү ҡурҡынысты,
Йәшәү мәғәнәһе бит – еңеүҙә!