ТҮГЕЛ!

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Һөйәһе лә, һөйөләһе лә килгән
Аңлайышһыҙ, сәйер мәл етте...
Эй был сәйер, йәмле яҙ сыуағы,
Терелтерлек хатта мәйетте!

Ниңә шулай йәшлек, күкрәп үткәс,
Һәр яҙ һайын тағы киләһең?
Киләһең дә, эҫе йәштәр һығып,
Кешеләрҙән уҫал көләһең?

Көтөү менән тулы күк эңерҙәр,
Ниҙер көтә һәр ни талсығып...
Был көтөүҙән өҙөлөп төшөр ине,
Ярай әле, йөрәк талсыбыҡ
түгел!..