ИҪТӘЛЕКТӘР УТРАУЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Беҙ шундай йәш, ғәмһеҙ инек,
Шундай йәшел ине утрау.
Ат аҫтында ошо тирәклектә
Усаҡ яғып йәшлек ултыра.
Тормош йылғаһында ул төндәрем
Ваҡ-ваҡ утрау булып ҡалғандыр.
Һәм һайыға барған һайын йылға,
Ул утрауҙар ҡалҡа баралыр.
Шул утрауҙа үҫкән сәскәләрҙең
Хуш еҫтәре һаман иҫертә...
Тормошто бит Фалес тиккә генә
Һыуҙан башламаған, күрәһең.
Мәңге аға, мәңге тынмай һыу.
...Бөтә ғүмер тик төш кеүек
Килеп баҫты башым осона.