САБЫЙ ЙОҠОҺО

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡыҙым Гөлнараға

Мин көнләшәм ҡайсаҡ Сальериҙан,
Юҡ, Моцарт та булмаҫ кешенән:
Уртаса бер фотограф та хатта
Бәхетлерәк була эшенән.
Уға ла бит тормош, был тәбиғәт
Үҙенең бер бөйөк мәлдәрен
Бүләк итеп ҡуя ҡайһы саҡта:
Бына ҡыҙым, тибеп мендәрен,
Башы түбән, иҙрәп йоҡлап ята,
Әсәһенең сығып ҡуйынынан.
Юҡ, ҡулҡайын түгел, бер тәпәйен
Ташлап ятҡан уның ҡуйынына!..
Был тиклем дә мәрәкәне миңә
Ҡалай итеп тотоп ҡалырға?
Ҡайҙа миндә Леонардо ҡулы
«Мадонна һәм ҡыҙы»н яҙырға?
«Бите – алма, ирендәре – сейә,
Ә ҡулдары – аҡҡош ҡанаты», –
Тигәйнем дә... Был тапалған һүҙҙәр
Ни генә һуң бирһен аңлатып?
Теләһәң, һин сәсең йолҡоп ила,
Был илаһи бер мәл юғалыр,
Осоп китер күккә фәрештәләй,
Көнләшеүем минең шуғалыр...
Ҡабатланмаҫ ошо матурлыҡты
Күрә алмаҫ үҙе, Гөлнарам.
Тик атаһы күрә күҙ йәш аша
Был донъяла шундай гөл барын...