ҠАШҠАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Ике хәтирә) Рауил Бикбаевҡа

Яуа йәш ҡар. Ята ҡартлас Ҡашҡар,
Үлем тулғағында тартышып.
Мөлдөр-мөлдөр ирей яҡты донъя,
Күҙ йәшенә ҡырпаҡ ҡар ҡушып.

Алам-һалам, иҫке бишмәттәргә
Сорнаған да бала-сағалар,
Һуңғы ҡабат уны һыйларға тип,
Өйҙәренә тороп сабалар.
Килтерәләр уға ҡалъяһын да,
Ҡаласын да – эҫе-һалҡынын.
Йәл түгел һис хатта тәм-томоң да –
Күңеле киң малай халҡының.
Тик Ҡашҡарҙың унда юҡ ҡайғыһы –
Йотһа, йота йәш ҡар бөртөгөн
Һәм хәтерләй эт хәтере менән
Үткәндәрҙән хәтәр бер көндө:
Ул көн уға мәхшәр төш тә кеүек,
Булмаҫ эш тә кеүек ғүмерҙә.

Тик ошо көн һаман әрнеп яна
Бүре теше батҡан һеңерҙә.
Бүре теше ише ул көн һаман
Монар аша ҡарай тонйорап.
Тик алышта бүре үҙе ауҙы,
Яллы ҡояш төҫлө ҡанһырап!..
Һәм хәтерҙә тағы бер хәтирә:
Күл өҫтөнән томан аҡҡаны,
Бер ҡанаты һынған ҡыр ҡаҙының
Ҡамыш араһында ятҡаны.
Ҡыр ҡаҙы ла, һыуҙы ҡанға буяп,
Ята ине шулай тартышып.
Алһыу таң ҡыйылған төҫлө ине,
Ҡанатына ҡырпаҡ ҡар төшөп...
Юҡҡа уны шул саҡ хужаһына
Алып сыҡты йөҙөп, күл аша.
Шул әрнеү – күл, ахыры, уның менән
Мәңгелеккә бөгөн хушлаша!..
Һынған ҡанат менән бүре теше –
Хурлыҡ менән бергә батырлыҡ! –
Ике күҙҙән, ике иҫтәлектәй,
Һуңғы ҡабат һыҡрай матурлыҡ...