ӘСӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
А. Дункан иҫтәлегенә

Төнө буйы диңгеҙ күкрәне,
Төнө буйы диңгеҙ дуланы.
Төнө буйы йоҡлай алмайынса,
Яңғыҙ әсә, һине уйланым.
Төнө буйы ҡара шәл бөркәнеп
Һин ултырҙың диңгеҙ ярында.
Таң атҡанда ҡара толомдарың
Салландылар, тауҙар ҡарындай.
Төнө буйы оҙон толомоңдо
Туҙҙырҙы ла елдәр тараны.
Ләкин елдәр, улар баҫалманы
Күңелендәге тәрән яраны...