МАСКАРАД
Меңдәрҙән бер яңы йыл тағы ла,
Үткәрәләр тағы маскарад.
Күҙ алдымдан минең йылдар үтә –
Хистәремдә минең хас парад.
Ҡайҙан табып, ҡағыҙ кейем күреп,
Кейеп алған берәү сабата.
Семер-семер килеп, йөрәгемдә
Сабаталы бала саҡ ята,
Шул бала саҡ бөгөн күңелемде
Дер һелкетеп, хистәр ҡуҙғата.
Сабаталы ауыл малайының
Сабаталы көнөн уйлата:
Уртаһында ауыл баҙарының
Сабаталар үреп ул һата.
Сабаталар һатҡан аҡсаһына
Ул китаптар һатып апҡайта,
Һатып алып ҡайтҡан китаптарын
Ай аҫтында уҡый. Ай бата,
Ай батҡанға һис тә ҡайғырмай ул –
Таң атҡанда татлы йоҡлата.
Ай батҡандың һуңы таң ата ла
Йоҡоларҙан шундуҡ уята.
Ул күтәрткән яңғыҙ аттарына
Кәбән төбөн соҡоп апҡайта.
Бесән саба, кәбән ҡоя йәйен,
Урман киҫеп, ҡуна ул ята.
Башаҡ йыя,
Мәктәбенә йүгерә –
Аяғында һәр саҡ сабата.
Баҫыу ҡапҡаһының төптәрендә
Саң туҙҙырып бейей сабата.
Ҡатыҡ, үлән ашап, ғашиҡ булып,
Сабаталы ҡыҙҙы оҙата.
Сабаталы тәүге мөхәббәтем,
Сабаталы минең бала саҡ.
Бал-маскарад түгел, хистәремдә
Ул бер парад булып ҡаласаҡ.