КӘКҮК ТӨНДӘРЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шиғырҙарға бары төнөм ҡала,
Кешеләргә биреп көнөмдө.
Ә шулай ҙа сикһеҙ хәтер ҡала,
Күпһенһәләр кәкүк төнөмдө.

Эй, кешеләр! Тартып алмағыҙсы,
Ҡалдырығыҙ аҡтыҡ төнөмдө, –
Арып-арманһыҙ булып ҡалғансы
Һеҙгә бирҙем бөтә көнөмдө!