ХАКИМДАР ҺӘМ ШАҒИРҘАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Рәсүл Ғамзатовҡа

Еңел түгел ерҙә шағирҙарға,
Ә шулай ҙа улар булмаһа,
Иман һаҡланмаһа был донъяла,
Халыҡ ғәме – йырҙар тыумаһа,
Ҡылыс менән генә айбарланып,
Ни һуң ҡылмаҫ ине хакимдар,
Ил сиктәрен белмәҫ хаҡ һүҙҙәрҙе,
Әйтер ине икән, йә, кемдәр?!
Кемдең теле данлар ине илен,
Ил ҡурсырлыҡ итеп ирҙәрҙе
Илен хатта Шамил һаҡлай алмай,
Ә шағиры яулай илдәрҙе!