ТАШ КҮМЕР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Күңел ҡатҡан ҡара таш күмерҙәй:
Тере сәскә, тере үләндәр.
Бынан мең-мең, миллион йылдар элек,
Йәшәгән дә шиңгән – үлгәндәр.

Көндөҙ йондоҙ күргән күҙҙәр генә
Күрһә күрер ҡалған эҙҙәрен:
Ал сәскә, тип, күк сәскә, тип атар,
Абаға, тип атар үҙҙәрен.

Тик балҡымаҫ улар таң атҡанда,
Алғанда ла былбыл алҡымдан!..
Бары утҡа бырғыт таш күмерҙе,
Ҡорос ирер ҡалған ялҡындан!..