Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк,
Һанаулы шул йөрәк тибеше.
Оҙаҡ тормай фани был донъяла,
Китә кеше, ҡала тик эше.
Үтә йәшлек, бөтә мөхәббәт тә,
Алып ҡалып булмай еңешеп.
Тик уның да, күкрәп сәскә атһа,
Сәскәнән һуң ҡала емеше.
Ләкин күңел күпте теләй! Етмәй
Өлөшөңә төшкән көмөшөң.
Бәхетең дә, бәлки, шулдыр һинең?
Һөйә белһәң, һөй һин, һөй, кешем!..