ТОРНАЛАРҒА ТАБЫНЫУ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тимергә
Күктәге торнаға ышанып,
Ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма...
Мәҡәл

Кисеү бирмәҫ йылға юҡ юғын да,
Тик кисеүҙәр эҙләп торманым.
Кемгә шәптер усындағы сәпсек,
Мин артынан ҡыуҙым торнаның.

Артылһам да инде ғүмер тауын,
Ултырған юҡ һаман аҡылға:
Дәрт-ҡомарым торна көҫәй һаман,
Ә сәсемә ҡунған аҡ ҡылған...

Сал сәсәнем күргән ырыҫлы ҡош
Был донъяла инде бар һымаҡ.
Ә шулай ҙа йөрәк ҡағып елһен
Яйҙаҡ менгән бынау арғымаҡ.

Ялбыр ялы яурыныма ятһын,
Ел һыҙырһын, әйҙә, маңлайға.
Тормоштан бер бәйге тейер, бәлки,
Ҡылған сәсле сая малайға!