ҺУҠЫР
Килмәнеңме?
Килмә!
Инде көтмәм.
Бер ҡасан да инде көтмәмен.
Бынан һуң да
Мине һөйөрһөң тип,
Бер ҡасан да өмөт итмәмен.
Тик мин һиңә
Артыҡ ышанғайным,
Артыҡ һөйгәнгәлер, ахыры...
Көттөм һинең:
«Нихәл?» – тиереңде,
Ләкин
«Һуҡырайған, бахырың...»
Тигән һүҙҙе генә
Көтмәгәйнем...
Юғалтыуы ауыр күҙемде.
Ә шулай ҙа
Мең ҡат ауырыраҡ
Ишетеүе шундай һүҙеңде.
Һүҙҙәр генә бәйләнеме беҙҙе?
Һүҙҙәр генә ҡиммәт инеме?
Бәхет йондоҙо бит инең миңә!..
Шулай уҡ ул тиҙ үк һүндеме?..
Шулай уҡ мин
Ҡурҡынысмы бөгөн?
Түбәнлекме бер ҡат күрешеү?
Бит йәшәүҙән
Мин һис туҡтаманым –
Мин һаман да ғорур бер кеше!
Мин ышанам:
Мине ҡотҡарырҙар,
Мин күрермен тағы ҡояшты,
Зәңгәр күкте,
Балаларҙың күҙен,
Үләндәрҙе,
Һыуҙы һәм ташты!..
Тик мин, иркәм,
Һине ҡыҙғанамын –
Күңел күҙе һүнгән кешене.
Кем ҡул һуҙыр һиңә?
Кем ҡотҡарыр
Тома һуҡыр һинең ишене?!