Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған,
Ниңә, тиһең, нурһыҙ күҙҙәрең?
Һуңғы ҡабат, дуҫым, йылмайып,
Бысаҡ һымаҡ сәсте һүҙҙәрен.
Был яранан ауыр яра юҡ,
Был яраны юйыр сара юҡ.
Яҡынайыр инде ара юҡ,
Бынан ҡара инде ҡара юҡ.
Дуҫлыҡ ауыр – тамсы кер ҡунһа,
Йәбешмәй ул тағы, бер ҡупһа,
Дуҫ ҡәҙере бары – дуҫлыҡта,
Ҡәҙере юҡ уның уҫлыҡта.