Ярай әле композитор түгел
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ярай әле композитор түгел, –
Шул яғыма минең шөкөр ит!
Ярты төндә ҡайтып, көй уйнаһам,
Нисек итеп түҙер һуң инең!..
Әле былай бер ни кәрәк түгел,
Ҡағыҙ-ҡәләм булһа, шул еткән.
Кухня йәки туалет та миңә
Бына тигән бүлмәм шул икән...
Әгәр ҡайтып роялдә уйнаһам,
Миңә нисек түҙер инегеҙ?..