УРАЛ УРМАНЫ
О Рембрандт! Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Кәмһенмәҫ тә ине ҙур даның.
Хайран ҡалып ҡарап торор инең
Ҡарағайҙың һәр бер быуынын,
Һәр бер быуынында ҡарағайҙың
Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын...
Ҡарағайҙар һәм беҙ, ҡырағайҙар,
Бергә үҫтек, бергә шауланыҡ,
Сәнғәт серен, юҡ, китаптан түгел,
Тәбиғәттән – төптән яуланыҡ.
Әй, тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда – сабый бер бала...
Индермәне беҙҙе залдарына
Эрмитаждар һымаҡ һарайҙар.
Тик ботаҡтар уйымынан беҙгә
Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар.
Быуын-быуын булып тарих ҡарай –
Ҡанлы-данлы халҡым тарихы.
Батыршаның ҡанмаҫ үсе ҡарай,
Салауаттың – һынмаҫ рухы!..
Күңел күҙең һинең һуҡыр булһа,
Маңлай күҙең – ботаҡ тишеге.
Мәңге йәшел Тормош ағасына
Күңел күҙең менән баҡ, кешем.
Һин күрерһең унда ғалимды ла,
Залимды ла – Тәфкил-Батыйҙы,
Бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан
Әпкәләйҙе йәки һантыйҙы!..
Барыһы бар Тормош ағасында:
Быуындарҙы быуын тыуҙырған,
Батырҙарҙан батыр тыуған ерҙә,
Ҡурҡаҡтарҙан ҡурҡаҡ уҙҙырған.
Соғоллоҡта бына тиңһеҙ сәсән,
Йөҙ һырҡайы, гүйә, урайы,
Мәңгелектең, гүйә, аһын түгә
Ҡулдарына алған ҡурайы...
Урал батыр Аҡбуҙатын менеп,
Замандарҙан саба замандарға,
Йәншишмәһен бөркөп тереклеккә,
Фауст ише Ергә ул баға...
Шаула, шаула, Урал урманҡайы,
Сығам һинән нурға төрөнөп,
Үҙ-үҙемә мәхлүк бер көйөк тә,
Хатта бер бөйөк тә күренеп...
Ҡарағайға ҡарап, хайран ҡалам:
Уйҙарыбыҙ беҙҙең – уртаҡтар.
Һәр быуынға ҡояш нурын биреп,
Бик аҡыллы үлгән ботаҡтар...
О Рембрандт! – Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Ҡулдан төшмәҫ ине ҡоралың!