БАРҺЫҢ!..

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡайҙалыр һин, бына минең кеүек,
Хыялланып ҡайтып киләһең.
Күрәм һине, күрәм күңелем менән:
Йә йырлайһың, йә һин көләһең.

Ғәжәп бер моң һинең тауышында,
Ә күҙеңдән ялҡын һирпелә!..
Белһәмсе мин ни килгәнен хәҙер
Татлы уйҙарыңдың иркенә.

Әллә йәшәлмәгән көндәребеҙ
Күҙ алдындан һинең уҙамы?
Әллә тәүге малайыбыҙ беҙҙең
Кескәй ҡулын һиңә һуҙамы?

Һуҙһын әйҙә, һуҙһын кескәй ҡулын,
Ул миңә лә һуҙған береһен.
Ул һиңә лә әле башланмаған
Уртаҡ бәхет булып йөрөһөн!..

Тик белмәйем, ҡасан ҡауышырбыҙ?
Бәлки, һин бөтөнләй юҡтырһың?
Ә мин бик ышанам барлығыңа...
Барһың! Аҡыллыһың! Матурһың!