Һин янғанда дуҫың янмаһа
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һин янғанда дуҫың янмаһа,
Уртаҡ маҡсат тороп ҡалмаһа,
Оло булһа дуҫың дуҫлыҡтан,
Бәләкәйһә дуҫың уҫлыҡтан,
Яманыраҡ дуҫың дошмандан,
Ялғаныраҡ дуҫың ҡуштандан,
Көнсөллөк тик уның күңеле,
Шатлыҡ уға – һинең еңелеү,
Йылмайып килһә лә алыҫтан,
Баҙын ҡаҙыр һиңә ул аҫтан.
Тар күңелгә дуҫың һыямы,
Ҡайғыңды ул ҡайғы тоямы?