Ниңәлер мин ҡурҡам осрашыуҙан
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниңәлер мин ҡурҡам осрашыуҙан:
Осрашыу бит булыр хушлашыу.
Еңелерәк булыр ине, бәлки,
Почтальонға бары хaт ташыу!
Мин өҙөргә ҡурҡам ер гөлдәрен –
Ғүмергә бер сәскә аталар.
Ә беҙҙең бит яҡын араларҙа
Юлдар түгел, йылдар яталар.
Нишләргә һуң миңә? Бар барлығың
Тик минеке булһа, ҡәҙерлем?
Миндәй аҙғын, һантый нәфселәргә
Ҡорбан булырға һин әҙерме?..