Ҡулымда таш

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡулымда таш.
Ул сфинкс кеүек миңә.
Сылтыр шишмә
шулай яһаған.
Минән әллә күпме
яуап һорай –
Һәр һорауы хаҡлы баһаға.
Ул бер заман
бейек ҡая булған,
Хәҙер бына һыя усыма!..
Һыу ашаған,
елдәр киҫкән уны –
Ниндәй кәртә түҙһен
заман – юлсыма...
Юҡ, һыу уны,
Ҡаҡмай-һуҡмай ғына,
Наҙлы ҡулы менән иркәләп,
Мең-мең йылдар буйы
йыуған уны,
Төштә,
һәр кис, һәр бер иртәлә...