ҺУҢҒЫ ХӘБӘР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Әллә ниңә бик йөрәкһеп көттөм
Был тетрәткес һуңғы хәбәрҙе.
Иҫән-һаумы?
Ҡасан ергә төшөр?
Бөттө!
ТАСС хәбәре үлем ебәрҙе...
Яҙып бөтөлмәгән юлдар ҡала шулай,
Осланмаған юлдар ҡалалар.
Йәйләнмәгән йәйләүлектәр ҡала,
Төҙөп бөтөлмәгән ҡалалар...
Бүләк ителмәгән гөлдәр ҡала,
Әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалалар.
Ебәрелмәй, хаттар тороп ҡала,
Тыумайынса ҡала балалар.
Ғүмер буйы көткән бәхет көнө ҡала,
Үкенестәр тороп ҡалалар,
Үбелмәгән алһыу ирендәр,
Бүләк ителмәгән сирендәр.
Ер һауаһы әллә етмәнеме,
Бәхет үтә оло булдымы?
Түҙемлектең әллә сиге етеп,
Әжәл үҙе килеп ҡундымы?
Илем бөркөттәре –
Өс бөркөтө,
Өс бөртөгө сикһеҙ Йыһандың,
Кеше рухы!
Һин барыбер еңдең,
Үлемһеҙлектәргә юл һалдың!
Тик бәхетте күрмәй,
Күҙ-ҡаш араһынан юғалдың.
Яҙып бөтөлмәгән юлдар ҡала,
Юлдар ҡала ослап бөтөлмәй.
Ашыҡ, кешем,
Яҡшы эш эшләргә,
Үлем килә, үҙе көтөлмәй.
Дүрт күҙ менән көттөк һеҙҙең
Ергә, Ергә, Ергә ҡайтыуҙы.
Кем уйлаған Ергә төшөп етмәй,
Өс тағандай, гүрҙә ятыуҙы...
Һөйөнөстәр менән көйөнөстәр,
Туй күлдәге менән кәфендәр –
Бөтәһе лә бергә йөрөй шул ул.
Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Икән дәһә, ай-һай, был тормош.