ЕСЕНИНҒА
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Әҙерләнгән булған бөтәһе лә алдан
Был донъянан һиңә китергә.
Мөмкинме һуң нескә кешнәп сапҡан тайға
Заман атын ҡыуып етергә?
Бөтәһе лә әҙерләнгән булған
Был донъянан һиңә китергә.
Мөмкинме һуң саф һөйөүҙе ерҙә
Ғүмер буйы сарсап көтөргә?
Йөрәгеңә баҫып бейегәндә
Донъя бейеүҙәрен Дунканың,
Башына ла, бәлки, килмәгәндер
Атылырға торған вулканың...
Бөтәһе лә әҙерләнгән булған...
Был донъяға барыһын биргәнһең.
Алмашына бары ғазап, һағыш,
Бәғерһеҙлек кенә күргәнһең.
Шуға ла шул һинең йөрәк менән
Илаған ер,
Һыу, күк, һауалар.
Үкһеп-үкһеп илаған бар донъя –
Күҙ йәштәрең
Шифа ямғыр булып яуалар.