АҠ ТӨН

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Гранит ярға баҫып ҡарап торам
Нева йылғаһының аҡҡанын,
Аҡ күгәрсен булып ап-аҡ төндөң
Тулҡындарға ҡанат ҡаҡҡанын.

Тыныс ҡына йоҡлай аҡ бәллеүҙә
Һыбай һәйкәлдәргә бай ҡала.
Һөйләп уның сыҙам батырлығын,
Йоҡламай тик Нева, сайҡала.

Утлы ҡоршау менән ҡамап алып,
Аслыҡ быуған саҡта ҡаланы,
Сасҡау һыуыҡтарҙа икмәк һорап,
Күҙ йәштәре туңды баланың...

Бар ил торҙо ҡотҡарырға уны
Туғыҙ йөҙ көн күргән ыҙанан.
Йәшәү юлын һалып килде еңеү
Ладоганың ҡыҙыл боҙонан.

Был яуҙа ла башҡорт ҡаһармандың
Иле өсөн ҡойған ҡаны бар.
Шәһит кеүек батыр ирҙәренең
Быуаттарға ҡалған даны бар.

Шуғалыр ҙа, бәлки, был төн миңә
Артыҡ күркәм булып күренде.
Мин бит бына Нева ярында ла
Килеп таптым тыуған еремде.